Издано пособие для незрячих "Искусство башкирских лучников"

Издано пособие для незрячих "Искусство башкирских лучников"

Мәкәрим Хөсәйен улы Төхвәтшин исемендәге һуҡырҙар өсөн Башҡортостан республика махсус китапханаһының тифлобаҫма бүлегендә "Традицион спорт төрҙәре. Башҡорт уҡсылар сәнғәте" ҡабарынҡы график әсбабы донъяға сыҡты. Әсбап ҡабарынҡы нөктәле Брайль шрифында һәм ҙурайтылған хәрефтәр менән баҫтырылды. Ҡабарынҡы графикала башҡорт уғы һәм уҡсы тәҡдим ителә. 


Милли спорт төрҙәре төбәктең үҙенсәлеген, йолаларын һаҡлауҙа бик мөһим роль уйнай; республикала туризмды үҫтереүгә лә үҙ өлөшөн индерә. 
Борондан алып башҡорттарҙың өс яратып уйнаған уйыны булған - ат сабышы, көрәш һәм уҡ менән атыу. Ул замандарҙа уҡ башҡорттарҙың төп ҡоралы була. Уҡтан атыу бөгөнгө көндә - ҡыҙыҡлы һәм файҙалы спорт төрө. Ул күҙ менән үлсәү оҫталығын, етеҙлекте үҫтерә. Ошо милли спорт төрөнә беҙҙең әсбап бағышланды. 
Башҡорт этносының формалашыуы оҙон тарихи процесс һөҙөмтәһендә килеп сыға. Башҡорт халҡының бай традицион материалдары һәм рухи мәҙәниәте барлыҡҡа килә. Традицион башҡорт көс күнекмәләре, уйындары һәм ярыштары милли мәҙәниәттең төп өлөшө. Улар йөҙләгән йылдар буйы донъяға тыуа һәм матди етештереү, хәрби-ғәмәли оҫталыҡ менән тығыҙ бәйле. Был күнекмәләр халыҡ һәм дини байрам, тантана программаларына ингән, быуаттар буйына камиллаштырылған һәм бөгөнгө көнгә тиклем һаҡланып ҡалған. 
Уҡтан атыу өсөн ныҡ мускулдар, һалҡын аҡыл һәм яҡшы күрә белеү кәрәк. Сөнки башҡорт уғы 30 кг-ға етә, ә иң яҡшы уҡыусыларҙың уғы 300 метрға тиклем оса. Борон заман батырҙар уҡ менән дошмандарға ҡаршы барған, һунарға ла йөрөгән. Ә бөгөнгө көндә ул матур йола булып тора. 
Техник эшкәртеүҙәрҙән һуң, әсбап махсус китапхана фондына һәм филиалдарға тапшырыласаҡ.

Поделиться

You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.