Китап театры премьераһы

Премьера Театра книги.
“Балаганчик” китап театрында тағы бер премьера үтте. Һәүәҫкәр артистар А. Н. Островскийҙың “Белугиндың өйләнеүе” пьесаһы буйынса спектакль ҡуйҙы.
Сәхнәләштереү бөйөк рус яҙыусыһының тыуыуына 195 йыл тулыуға бағышланды. “Белугиндың өйләнеүе” 1877 йылда яҙылған. Төп герой Андрей Белугин бай ғаиләнән әйттерелгән ҡыҙ менән никахын өҙә. Сөнки уның йөрәге икенсегә бирелгән. ул ҡыҙ бай түгел, әммә тәрбиәле, аҡыллы һәм уҡымышлы.
Спектаклдә махсус китапхананың китап уҡыусылары – Зарема Сөләймәнова, Ринат Сөләймәнов, Руслан Ҡарасурин, Олег Бугров, Рима Хөсәйенова, Аркадий Данилов, Рәмзиә Тарасова, Марина Иванова ҡатнашты.
Һуҡырҙар өсөн Башҡортостан республика махсус китапханаһы А. Н. Островскийҙың китап күргәҙмәһен тәҡдим итә.

Поделиться

You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.