"Кәртәләрҙе емереп" форум-күргәҙмәһендә иң яҡшы инклюзия практикаларын күрһәтәсәктәр. 

ЛУЧШИЕ ПРАКТИКИ ИНКЛЮЗИИ ПРЕДСТАВЯТ В УФЕ  НА ФОРУМЕ-ВЫСТАВКЕ «ЛОМАЯ БАРЬЕРЫ»
 
19 октябрҙан 21 октябрға тиклем "Торатау" конгресс-холл майҙанында "Кәртәләрҙе емереп" II Бөтә Рәсәй форум-күргәҙмәһе үтәсәк. Ойоштороусылары: Башҡортостан республика хакимиәте, яңы проекттарҙы күтәреү буйынса стратегик инициатива агентлығы, БР ғаилә, хеҙмәт һәм социаль яҡлау министрлығы. Сараның төп маҡсаты - социаль интеграция, инвалидтарҙы белем һәм профессиональ яҡтан үҫтереү, реабилитациялау йүнәлешендә эшләгән етештереү продукцияларын үҫтереүгә булышлыҡ итеү, физик мәҙәниәт һәм спорт менән шөғөлләнеүгә ылыҡтырыу. 
ЭШ ПРОГРАММАҺЫ
19 октябрь Форумдың төп сараһы - "Мөмкинлектәре сикләнгән кешеләрҙең пленар ултырышы" уҙасаҡ. Ултырышта республика башлығы Радий Хәбиров та ҡатнашасаҡ. Пленар ултырышта 2023-2025 йылдарҙа Башҡортостан республикаһында "Инвалидтар өсөн көндөҙгө саралар ойоштороу" социаль проекттарына ҡул ҡуйыласаҡ. 
Форумдың өс көнлөк эшендә 180 спикер ҡатнашлығында 37 сара уҙасаҡ. Спикерҙар һәм делегаттар Минск, Мәскәү, Санкт-Петербург, Ленинград өлкәһе, Өфө, Тула, Силәбе, Нижний Новгород, Улан-Удэ, Архангельск, Новосибирск, Һамар, Екатеринбург, Төмән, Тамбов, Краснодар, Саратов, Севастополь, Псков, Пенза, Киров, Ставрополь, Рязань, Ижевск ҡалаларынан киләсәк. Сарала профиль белгестәр һәм ябай граждандар ҡатнаша ала. 
ХАЛЫҠ ӨСӨН ПРОГРАММА 
Форум көндәрендә майҙанда халыҡ өсөн бушлай консультацион зоналар эшләйәсәк: республика медицина ойошмаларынан табиптар, министрлыҡтарҙан белгестәр, интерактив майҙандар, ҡаяға менеү буйынса мастер-кластар, паруслы катамаран буйынса таныштырыу мастер-класы, балалар телмәрен диагностикалау һәм консультациялау зоналары, "Изге республика"  шәфҡәтлелек йәрминкәһе, инклюзив мода, "Кәртәләрҙе емереп" балалар ижады фестиваленең гала-концерты һәм төрлө күргәҙмәләр.

Поделиться

You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.