Махсус китапханала ғилми-практик семинар үтте

В специальной библиотеке прошел научно-практический семинар.
Һуҡырҙар өсөн Башҡортостан республика махсус китапханаһында ғилми-практик семинар үтте. Тәүге сәләмләү һүҙен Башҡортостан Республика мәҙәниәт министры Рәнис Алтынбаев алды. Семинарҙа ҡатнашыусыларға ул уңышлы хеҙмәт теләне һәм семинар темаһының актуаллеген билдәләне.
Махсус китапхана директоры, педагогия фәндәре кандидаты Айгөл Әминева “Башҡортостан республикаһында Рәсәй халыҡтарының милли-мәҙәни ҡаҙаныштарын популярлаштырыуҙа мөмкинлектәре сикләнгәндәр өсөн яраҡлаштырылған әҙәбиәт” доклады менән сығыш яһаны. Ул үҙенең эш тәжрибәһе менән уртаҡлашты.
М. Аҡмулла исемендәге БДПУ доценты Екатерина Савельева үҙенең лото уйынын булдырыу тарихы менән уртаҡлашты. Семинарҙа ҡатнашыусылар “Башҡортостан милли аш-һыуҙары” лото уйынының практик яҡтан ҡулланылыуы менән таныштылар.
БДПУ-ның Дөйөм тарих һәм мәҙәни мираҫ кафедраһы мөдире, профессор Гөлнара Обыденнова “Рәсәй тарихы контексында урындағы тарихтың урыны – берләшеү тәжрибәһе” докладында регион тарихының теоретик аспекттарын һәм проект эшенең һөҙөмтәләрен уҡыу процессына индереүҙең практик миҫалдары тураһында һөйләне.
З. Биишева исемендәге “Китап” нәшриәте маркетинг бүлеге  етәксеһе Рәмилә Сафина семинар тыңлаусыларын нәшриәт сайтында булған электрон ресурстар менән таныштырҙа.
Махсус китапхананың баҫма эше тураһында Фондтарға каталог  төҙөү һәм уны үҫтереү бүлеге мөдире Нәзилә Дәүләтханова һөйләне. Новатор өлгө булараҡ, “Алдар һәм бүре” тифлокомментарийлы йәнһүрәт күрһәтелде. 
Һуҡырҙар өсөн Липецк өлкә махсус китапханаһы директор урынбаҫары Марина Талыкова видео-мөрәжәғәт аша Липецк өлкә махсус китапханаһының практик эш тәжрибәһе менән бүлеште.
“Хисле Башҡортостан” проектын тормошҡа ашырыу тәжрибәһе менән М. Аҡмулла ис. Дизайн кафедраһы етәксеһе, п.ф.к., Рәсәй дизайнерҙар Союзы ағзаһы Елена Дорофеева уртаҡлашты.
Семинар түңәрәк өҫтәл менән тамамланды. Семинарҙа бөтәһе 39 райондан һәм 7 ҡаланан 121 белгес ҡатнашты.
Фоторепортаж по ссылке https://cloud.mail.ru/public/3A1X/RgS66hwnm

Поделиться

You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.