Маршал Г. К. Жуков исемендәге скверға экскурсия
Махсус китапхананың Стәрлетамаҡ филиалы китапханасылары маршал Г. К. Жуков исемендәге скверға инклюзив тифлоэкскурсия үткәрҙеләр. Экскурсия Икенсе донъя һуғышының тамамланыу көнөнә бағышланды.
Китапханасылар экскурсияла ҡатнашыусыларға Стәрлетамаҡ халҡының хәрби һәм тыл батырлыҡтары, скверҙағы стеллалар, бюстар тураһында һөйләнеләр.