Миәкә китапханаһында инклюзив үҙәк һәм мультстудия асыу

Открытие инклюзивного центра и мультстудии в Миякинской библиотеке.
Октябрь башында Миәкә китапханаһында "БлагоАРТ" инклюзив үҙәгенең һәм "Фантазерҙар" мультстудияһының тантаналы асышы уҙҙы.
Үҙәк китапхана алдындағы майҙанда ҡунаҡтарҙы, балаларҙы һәм уларҙың ата-әсәләрен администрация башлығы урынбаҫары Светлана Мөхәмәтшина, мәҙәниәт бүлеге начальнигы Хәлил Мәхиәнов, район ойошмалары етәкселәре, З. Вәлиди исемендәге Милли китапхана директор урынбаҫары Әлиә Фәтхүтдинова, махсус китапхананың ял ойоштороу бүлеге мөдире Гөлшат Солтанморатова сәләмләне. 
Проект РФ президенты гранты ярҙамында тормошҡа ашырылды. Хәҙер бында керамика, балсыҡ терапияһы һәм башҡа шөғөлдәр алып барыла. Мультстудияла 8 йәштән алып 18 йәшкә тиклемге мөмкинлектәре сикле балалар мульттерапия, балсыҡ терапияһы, ҡом терапияһы үтә.

По материалам МБУК ММЦБ МР Миякинский район РБ

 

Поделиться

You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.