Мәҙәниәт йылында мәҙәниәт диалогы. Башҡортостан - Ҡаҙағстан видеоконференцияһы.

27 мартта сәғәт 15.00 Башҡортостан республикаһының һуҡырҙар махсус китапханаһында «Өмөт ҡанаттары » тигән темаға Башҡортостан Республикаһының һәм Ҡаҙағстандың Ҡустанай ҡалаһының махсус китапханаһының уҡыусылары араһында видеоконференция  үтәсәк.
Ҡаҙағстан һәм беҙҙең республикабыҙ халыҡ ара ТЮРКСОЙ ойошмаһы сигендә төрки мәҙәниәттең һәм сәнғәт уҫешенә булышлыҡ итә.
Бөгөн республикабыҙҙың юғары уҡыу йорттарында Ҡаҙағстандан 300 яҡын студент белем ала.
2015 йылда беҙҙең республикабыҙ Ҡаҙағстандан ҙур һәм абруйлы делегация көтә, ошо ваҡытта Өфөлә Шанхай ойошма хеҙмәттәшлеге һәм БРИКС хөкүмәте Совет башлыҡтарының ултырышы үтәсәк.
Осрашыу һорау-яуап рәүешендә үтәсәк. БРОВОИ-ның председателе Олег Львович Ротовтың, БРООС-тың председателе Юрий Николаевич Акшенцовтың ҡатнашыуы планлаштырылған.
Хәҙерге заман йәмғиәтендә инвалидтарға ижтимағи ярҙам күрһәтеү буйынса актуаль булған һорауҙарҙы ҡарау ниәтләнә.
 

Поделиться

You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.