Награждение победителей Конкурса

Награждение победителей Конкурса
2020 йылдың 15 майында һуҡырҙар өсөн Башҡортостан республика махсус китапханаһы Zoom платформаһында "Батырлыҡҡа йөрәгең менән ҡағыл" инвалид балалар араһында үткәрелгән конкурстың еңеүселәрен бүләкләү онлайн-тантанаһын уҙғара. Конкурс Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына бағышланды. 
Конкурстың учредителе: Башҡортостан республикаһының мәҙәниәт министрлығы. Конкурстың ойоштороусыһы: һуҡырҙар өсөн Башҡортостан республика махсус китапханаһы, уға шулай уҡ муниципаль китапханалар, ижади берләшмәләр, инвалид балалар һәм уларҙың ата-әсәләре менән эшләгән йәмғиәт ойошмалары ҡушыла. 
Конкурс 2020 йылдың 1 мартынан 15 майға тиклем барҙы. Киләһе номинацияларға бүленде:
1. "Беҙгә быны оноторға ярамай..." (Бөйөк Ватан һуғышы тураһында инша, эссе, шиғырҙан йәки прозанан торған хикәйә).
2. "Китап кадрҙарҙа: Бөйөк Ватан һуғышы тураһында китаптар (мультимедиялы продукт: буктрейлерҙар, презентациялар).
3. "Һуғыштың изге биттәре" (ҡулдан башҡарылған тактиль китап).
Конкурста республикабыҙҙың 40 ҡала һәм райондарынан, дөйөм белем биреү һәм коррекцион мәктәптәрҙә уҡыған, мөмкинлектәре сикләнгән 7 йәштән 18 йәшкә тиклемге 80 бала ҡатнашты. 
Тантана 12:00 сәғ. башлана. Уҙғарыу урыны: Zoom платформаһы.
You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.