Өфө библиоэңер 2015

Уҡыуға ҡыҙыҡһыныу тыуҙырыу өсөн йыл да үткәрелә торған “Библиотөн” акцияһы эсендә “Өфө библиоэңер” Һуҡырҙар өсөн Башҡортостан республика китапханаһында 24 апрелдә уҙғарыласаҡ.
Быйылғы акцияның төп темаһы “Көндәлекте асып ваҡытты туҡтат” тип атала.
Һуҡырҙар өсөн махсус китапханала XX быуаттың 50-60 йылдары күҙалланасаҡ.
Ни өсөн фәҡәт һуғыштан һуңғы йылдар ҡыҙыҡһындыра һуң беҙҙе? Һуғыш мәлендә унар меңләгән кеше күреү һәләтен юғалта. Һуғыш һәләкәте байтаҡ хәрбиҙәрҙең дә һуҡырайыуына килтерә. Аҙаҡ һуҡырҙар һәм насар күреүселәр белемгә ынтылып уҡый башлайҙар. Шул мәлдең атмосфераһын йырҙар, музыка, кейем, көнкүреш әйберҙәр аша тыуҙырып күҙ алдына килтереү өсөн беҙгә Башҡортостан Республика Милли музейы ярҙам итәсәк.
Башҡортостан ВОС ойошмаһы музейы үҙенең күсмә экспонаттарын күрһәтәсәк. Махсус китапхананың үҙендә нәшер ителгән 50-60 йылдарҙа яҙылған китаптарҙың күргәҙмәһе лә ойоштороласаҡ. Фойелә иң кескәй уҡыусыларыбыҙға ҡулдан яһалған тактиль китаптар күргәҙмәһе лә буласаҡ. Артабан программала башҡорт халыҡ әкиәте буйынса эшләнгән “Һунарсы улы” мультипликацион фильмы күрһәтеләсәк.
Китапханасыбыҙ етәкселеге аҫтында бер төркөм балалар тауыш яҙыу студияһында “Балалар әҙәбиәте антологияһы”на индерелгән Сәләх Кулибайҙың “Ҡоштар” әҫәрен уҡып яҙыласаҡтар. Диск яҙмаһы нәшер ителеп Һуҡырҙар китапханаһының фондына һалынасаҡ. 
Ул заман пионер хәрәкәте менән “Пионер-геройҙар Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында” тигән интерактив викторина аша 28 интернат-мәктәптә тәрбиәләнеүселәр үҙҙәренең йәштәштәренең батырлыҡтарын хәтерләйәсәктәр. Бер үк ваҡытта акция барышында китапхана уҡыусылары менән Skype аша он-лайн консультациялар ойоштороласаҡ. Октябрьск, Нефтекама, Салауат ҡалаларындағы тифлоүҙәктәрҙә насар күреүсе йәки тома һуҡырҙар өсөн компьютер белем нигеҙҙәре буйынса ла он-лайн консультациялар буласаҡ.
Әҙәби ҡунаҡханала ҡунаҡтарҙы Башҡортостан яҙыусылары Леонид Соколов һәм Фәрзәнә Ғөбәйҙуллина ҡаршы аласаҡ. Республикабыҙҙың Ш. Бабич исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Тәнзилә Дәүләтбирҙина үҙенең ижады менән таныштырасаҡ, лирик шиғырҙарын уҡыясаҡ һәм һорауҙарға яуап бирәсәк.
Программаның йомғаҡлау өлөшөндә беҙҙең ҡунаҡтар “Башҡортостан” кинокомпанияһы тарафынан төшөрөлгән “Ловец ветра” фильмын тифлоаңлатмалар менән ҡарай аласаҡтар.
Сара 17.00 башлана, 21 сәғәттә тамамланасаҡ.
Бөтә төр транспорттар менән “Витамин заводы” туҡталышына тиклем килергә мөмкин. 
 
You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.