Өфө рәссамдарының йәйге хыялдары

Өфө рәссамдарының йәйге хыялдары
 
21 августа Башҡортостан республикаһының Һуҡырҙар өсөн махсус китапханаһында  Өфө рәссамдарының күргәҙмәһенең презентацияһы  үтте.
Экспозицияларҙың береһе йәш рәссам, дизайнер, фотоһүрәттәр эшләүсе Дмитрий Павловтың картиналарын үҙ эсенә ала һәм “Алыҫ донъялар-3. Алыҫ арауыҡ аша” тип атала һәм Йыһан темаһына хыялланыуҙарға ҡоролған.
Дима  хәрби  ғаиләлә Красноярск өлкәһендә  Чуна йылғаһы эргәһендәге Чунояр ҡасабаһында тыуа. Өс йәшенән үк һүрәт төшөрөү менән ҡыҙыҡһына башлай. Үҫә төшкәс Өфө сәнғәт училищеһында белем  ала һәм ВЭГУ академияһын т амамлай.
2001 - 2014 йылдар  арауығында йәш рәссам Кемерово, Мәскәү һәм Өфө ҡалаларында ойошторолған 35 күргәҙмәлә ҡатнаша. Мәскәү ҡалаһында уҙғарылған күргәҙмәләрҙең береһендә “За выдающиеся достижения” миҙалы менән бүләкләнә.
Китапханала күргәҙмәгә  21 картинаһы  ҡуйылған. Улар барыһы ла тамашасыларҙы  киләсәккә,  мөғжизәле һәм серле Йыһанға күҙ һалырға саҡыра.
Тағы ла бер экспозиция бер юлы ике рәссамдың:  Юлия Куклинаның һәм Александр Ванзиндың (псевдонимы Аластер Маквизард) “Йәйге хыялдары” н  күрһәтә. Ҡағыҙға, киндер туҡымаға, ҡатырғаға эшләнгән илленән ашыу  картина  ауаздаш  ике рәссамдың  серле ижади донъяһын аса. Бында портреттар ҙа, натюрморттар ҙа, тәбиғәт күренештәре лә, билдәле рәссамдарҙың картиналарының күсермәһе лә бар.
Төҫтәрҙең  сағыулығы, композицияларҙың төрлөлөгө, образдарға байлылығы тамашасыларҙы ошо күргәҙмәгә әленән-әле килеп ҡарарға әйҙәп тора. Был  рәссамдарҙыың  да шулай уҡ Рәсәй һәм сит ил күргәҙмәләрендә ҡатнашҡандары бар. Экспозицияларға насар күреүселәр өсөн Брайль шрифты менән дә аңлатмалар бирелгән.
 

Поделиться

You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.