Өфөлә "Еңеү һалдаттары" фотопроектының ике күргәҙмәһе асылды

Выставка фотопроекта «Солдаты Победы»
 
Өфөлә Бөйөк Ватан һуғышының 78 йыллыҡ юбилейына арналған "Еңеү һалдаттары" фотопроектының ике күргәҙмәһе эш башланы. Экспозициялар һуғыш йылдарындағы яҡташтарыбыҙҙың тарихи фоторәсемдәренән тора. Шулай уҡ Рәиф Бадыҡов, Елена Болдырева, Рәмил Килмәмәтов, Тамара Андреева, Светлана Комкова, Рәмил Нафиҡов, Юрий Пичугин кеүек фоторәссамдарҙың  ветерандарҙың әлеге тормошо, Өфөлә Бөйөк Еңеү байрамы тураһындағы эштәре лә күргәҙмәлә урын ала. 
Экспозициялар киләһе урындарҙа эшләй: 
Республика халыҡ ижады үҙәге, Кустарная урамы, 17; 
М. Х. Төхвәтшин исемендәге һуҡырҙар өсөн Башҡортостан республика махсус китапханаһы, Киров урамы, 47.
Күргәҙмәнең эш ваҡыты: 9.00-18.00
"Еңеү һалдаттары" проекты 2005 йылда, Бөйөк Еңеүҙең 60 йыллығы алдынан башланып китте. Шунан алып проект яңы фотоһүрәттәр менән тултырылып килә. Улар араһында һуғыш йылдарында төшөрөлгән, совет халҡының ҡаһарманлығына арналған заманса фотолар, архив документтар ҙа бар. Төп геройҙар - һалдаттар, офицерҙар, тыл эшсәндәре һәм һуғыш балалары.
 

Поделиться

You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.