"Петр һәм Феврония ҡанаты аҫтында" рухи сәғәте 

Ко Дню семьи, любви и верности
Ғаилә - һис шикһеҙ, заманса йәмғиәттең төп өлөшөнөң береһе. Борон да, бөгөнгө көндә лә Рәсәй халҡы өсөн ғаилә беренсе урында. Тик, билдәле булыуынса, мөхәббәтһеҙ ныҡлы ғаилә ҡороп булмай, ә һаҡлап ҡалыуы тағы ла ҡыйыныраҡ. Сөнки ғаиләлә тоғролоҡ һәм бер-береңә ышаныу хөкөм һөрөргә тейеш. 
Бөтә Рәсәй ғаилә, мөхәббәт  һәм тоғролоҡ көнөндә махсус китапханала "Петр һәм Феврония ҡанаты аҫтында" рухи сәғәте үтәсәк. Китапханасылар байрамдың килеп сығыу тарихы һәм христиан туйының һаҡсылары тураһында һөйләйәсәк. Рус шағир һәм композиторҙарының әҫәрҙәре яңғыраясаҡ. Ҡунаҡтар ғаилә йолалары һәм ҡиммәттәре тураһында беләсәк. Шулай уҡ, китапхана фондында һаҡланған ғаилә тематикаһына бәйле китаптар менән таныштырыу буласаҡ.

Поделиться

You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.