Республика семинары үтте

Прошел республиканский семинар
22 март махсус китапханала “Үҙенсәлекле бала донъяһы” республика семинары үтте.
Семинар эше барышында китапхана хеҙмәтләндереүе, формалары һәм методтары менән инвалид балалрҙы реабилитациялау мәсьәләләре ҡаралды.
Тәүге сәләмләү һүҙе БР-ҙың мәҙәниәт министрлығы эксперт-белгесе Елена Хоменкоға бирелде. Ул был теманың актуаллеген һыҙыҡ өҫтөнә алып үтте.
Балаларҙың ижади һәләтен үҫтереүҙә “Нур” ял үҙәгенең эше тураһында Айгөл Әминева һөйләне.
Һаулығы сикле балаларҙы инновацион методтар мярҙамында йәмғиәткә яраҡлаштырыу тураһында доклад менән Наталья Вакула сығыш яһаны.
Семинарҙа ҡатнашыусыларға 28-се мәктәп-интернаты уҡыусылары музыкаль күстәнәс әҙерләне.
Семинарға килеүселәргә барыһына ла сертификаттар таратылды. Бөтә ҡатнашыусыларға ла рәхмәт һүҙун белдерәбеҙ.

Поделиться

You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.