Рәсүл Ғамзатов - һәр быуын һәм халыҡ шағиры 

 
8 сентябрь Мәкәрим Хөсәйен улы Төхвәтшин исемендәге һуҡырҙар өсөн Башҡортостан республика махсус китапханаһында "Рәсүл Ғамзатов - һәр быуын һәм халыҡ шағиры" мәғлүмәти сәғәт үтте. 
Рәсүл Ғамзатов ижадын бөтә донъя ярата тиһәң дә хата булмаҫ. 
Үткән сара уҡыусыларға шағир тормошон яҡынданыраҡ белергә, яратҡан шиғыр юлдарын иҫкә төшөрөү мөмкинлеген бирҙе. Китапханасы уҡыусыларға шағирҙың тормошо һәм ижады тураһында документаль фильм тәҡдим итте. Сара аҙағында "Торналар" йырының тыуыу тарихы менән танышыу булды.

Поделиться

You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.