Рәсәй флагы көнөнә ҡарата

Ко Дню Государственного флага Российской Федерации
22 август, Рәсәй Федерацияһы дәүләт флагы көнөндә, Мәкәрим Хөсәйен улы Төхвәтшин исемендәге һуҡырҙар өсөн Башҡортостан республика махсус китапханаһында социаль селтәрҙәрҙә "Дәүләт флагы - дан символы" күргәҙмә-викторинаһы үтте. Был көндө үҙенсәлекле иғтибар ил тарихына һәм дәүләт символикаһына бирелә. Китапханасы тыңлаусыларға тәүге триколорҙың барлыҡҡа килеүе тураһында һөйләне. Күргәҙмәлә булған китаптарға күҙәтеү яһалды. Ҡатнашыусылар флаг тураһында ҡыҙыҡлы факттар менән танышты. Онлайн режимда улар викторина һорауҙарына яуап бирҙеләр. 
https://vk.com/video205296142_456239268 һылтанмаһы буйынса видео.
 

Поделиться

You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.