Рәсәй китапханалары араһында видео-баҫма.

Һуҡырҙар өсөн Башҡортостан Республика махсус китапханаһы бөгөн 26 мартта «Махсус китапханаларҙың мәҙәни байлыҡты һаҡлауҙағы роле һәм һәр кем файҙалана алырлыҡ итеп тәьмин итеү» темалы видео-баҫмала ҡатнашты. Ул йыйылма план буйынса профессиональ сара нигеҙендә Ростов өлкәһенең Һуҡырҙар өсөн махсус китапханаһың электрон уҡыу залында үтте.
Астрахань, Владимир, Орлов, Ростов өлкәләренең, Краснодар крайы һәм Башҡортостан Республикаһының, Рәсәй дәүләт махсус китапханаларының хеҙмәткрҙәре сығыш яһаны.
Пантелеева Вера Николаевна «Һуҡырҙар өсөн махсус китапхана – ул һуҡыр һәм насар күреүсе уҡыусылар өсөн Башҡортостан халҡының мәҙәниәттен һаҡлау һәм үҫтереү үҙәге булып тора» тигән доклад менән сығыш яһаны.
Видео-баҫма эшләү һөҙөмтәһе буйынса мәғлүмәттәр йыйынтығы, актуаль һорауҙар буйынса методик рекомендациялар баҫылып сығасаҡ.
 

Поделиться

You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.