Салауат Низаметдинов иҫтәлегенә

Салават Низаметдинов
Бөгөн, 3 март, бөйөк композитор, Д. Шостакович, Ғ. Сәләм исемендәге, халыҡ-ара “Филантроп” премиялары лауреаты Салауат Әхмәҙи улы Низаметдиновҡа 60 йәш тулған булыр ине. Тик яҙмыш аяуһыҙ.. Оҫта үҙе арабыҙҙан китһә лә, ижады халыҡ күңелендә ҡалды.
Бөтә ғүмерен Салауат ағай музыкаға арнаны. Уның жанр диапазоны ифрат киң: опера, симфония, хор, романс, драма әҫәрҙәренә көйҙәр, эстрада йырҙары һ.б.
Композитор махсус китапхананың әүҙем уҡыусыһы ғына түгел, ә дуҫы ла ине. Классика яратты, йәш шағирҙарҙың шиғырҙарын уҡыны, балалары өсөн мәктәп программаһы буйынса әсбаптар алды. Танылыу яулағас, китапханала уның ижад кисәләре уҙғарылды. 2003 йылда “Артылыу” (“Восхождение”) исеме аҫтында композиторҙың ижадына арналған тәүге электрон китап нәшер ителде. Уның йырҙарын, симфоник оркестр өсөн әҫәрҙәрен китапхана тауышландырылған вариантта әленән-әле сығарып торҙо. 50 йәшлек юбилейына тулы текстлы “Маэстро-50” биобиблиографик электрон күрһәткес, ә 55 йәшлек юбилейына “Һынмаған нота” (“Несломленная нота”) исемле күрһәткес сығарылды.
2013 йылда Л. Брайль шрифты буйынса һәм тауышландырылған вариантта Салауат Низаметдиновтың, Виктория Симонова менән берлектә яҙылған, “Тәүбә” (“Исповедь”) тигән хәтирәләр китабы баҫтырылды.
Салауат Низаметдинов, кеше булараҡ та, күренекле шәхес булараҡ та беҙҙең күңелдәрҙә мәңге һаҡланыр.

Поделиться

You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.