Стәрлетамаҡта балалар китабы аҙналығы
Балалар китабы аҙналығы уңайлы, махсус китапхананың Стәрлетамаҡ филиалында Ләйсән Ғатина кескәйҙәр өсөн тактиль китаптар яһау буйынса мастер-класс үткәрҙе.
Китапханасы тактиль китаптар яһауҙың төп принциптары менән таныштырып үтте: китаптың бала өсөн хәүефһеҙ, ҡабарынҡы һүрәттәр бөтөн образды яҡтыртырға тейеш.
Балалар һәм уларҙың ата-әсәләре менән бергә “Ҡурай ере” китабын яһанылар.