Студенты в библиотеке

Эшлекле хеҙмәттәшлек өлкәһендә студенттар араһында конкурентлы профессиональ кадрҙар әҙерләү һәм оптималь шарттар булдырыу буйынса Һуҡырҙар өсөн Башҡортостан республика махсус китапханаһында танышыу экскурсияһы менән Башҡорт дәүләт университеты студенттары булып китте.
Экскурсия барышында студенттар махсус китапхана һәм уның бүлектәренең эштәре менән танышып китте. Мәҫәлән, махсус Брайль шрифты һәм рельеф-график пособиеһы менән китап сығарыу процессын ҡаранылар. Тағын да тауыш яҙыу студияһында башҡортса һәм русса һөйләй торған китаптар яҙылыш процессында ҡатнаштылар.
Студенттар иғтибарына Мәҙәниәт йылына арналған китап күргәҙмәһе тәҡдим ителде.
Айырым урынды тифлокинояҙма студенттарҙы ҡыҙыҡһындырҙы. Улар китапхана белгестәре ярҙамында яҙылған Ранняя оттепель киноһын ҡарап үтелләр.
Был экскурсияны китапхана администрацияһы һәм Башҡорт дәүләт университеты философия һәм социология кафедраһы медицина фәндәре докторы, профессор Гүзәл Мирғәсим ҡыҙы Хәсәнова үткәрҙеләр.
 

Поделиться

You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.