Тактиль китаптар конкурсы еңеүселәрен бүләкләү

Награждение победителей конкурса тактильных книг
Бөгөн, 27 май, "Китап-байрам" йәрминкәһенең бер майҙансығында "Бергәләп уҡыйбыҙ. Балалар өсөн тактиль китаптар" Республика конкурсының еңеүселәрен бүләкләү тантанаһы үтте. Конкурс иң яҡшы тактиль китап яһау практикаһын асыҡлау өсөн ойошторолдо. 

Ойоштороусылары: М. Х. Төхвәтшин исемендәге һуҡырҙар өсөн Башҡортостан республика махсус китапханаһы. Партнеры: Башҡортостан республика мәҙәниәт министрлығы. 
Конкурста 15 район һәм ҡалаларҙан 45 кеше 36 ижади эш тәҡдим итте. Жюри өс еңеүсене билдәләне: 
1 урын - Сальников А. А., Маркина Р. Х. (Өфө ҡ.);
2 урын - Решетицкая Т. В. (Стәрлетамаҡ районы); 
3 урын - Войтенко К. В. (Өфө ҡ.);
Шулай уҡ, махсус призға 6 лауреат лайыҡ булды: 
- Бакирова З. А. (Учалы районы); 
- Гайнцева Е. Г. (Бөрө районы);
- Лысенкова И. А., Степанова К. И. (Бәләбәй районы);
- Мәләүез Үҙәк китапхана системаһының хеҙмәтләндереү бүлеге; 
- Сәғитова М. А. (Учалы районы); 
- Шәрәфетдинова С. З. (Шишмә районы). 
Еңеүселәр һәм лауреаттар ҡиммәтле бүләктәр алды. 
Айгөл Әминева, махсус китапхана директоры: 
"Мин, башҡорт еренең ябай кешеһе булараҡ, ысын күңелдән мөмкинлектәре сикләнгән балалар, уларҙың ата-әсәләре, китапханасылар һәм белгестәр ошо конкурста ҡатнашҡаны, көс һалғаны өсөн шатмын. Балалар тарафынан башҡарылған тактиль китаптар беҙгә килеп тора. Кемдер үҙе килтерә, кемдер ташыу хеҙмәте аша тапшыра, кемдер почта аша ебәрә. Был әүҙемлектә мин һәр ҡатнашыусының тулы тормош менән йәшәргә теләген күрҙем. Бөгөн беҙ еңеүселәрҙе бүләкләнек һәм был ысынлап та лайыҡлы бүләкләү. Артабан да бындай конкурстарҙа әүҙем ҡатнашырһығыҙ тип ышанам. 
Тура трансляция Бәйләнештә Прямая трансляция ВКонтакте 
Фото Бәйләнештә Фото ВКонтакте 

 

 

You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.