"Тыныслыҡ һәм юмор илсеһе" ижад кисәһе

Творческий вечер «Посол мира и юмора»
Махсус китапханала 27 февралдә яҙыусы-сатирик Марсель Сәлимдең ижад кисәһе үтә. Кисә сатириктың тыуыуына 75 йыл тулыуға арналған.
Марсель Шәйнур улы Сәлимов - 1980-2010 йылдарҙа "Һәнәк" башҡорт сатирик журналының баш мөхәррире, 1992-2010 йылдарҙа рус телендә "Вилы" юмористик журналына нигеҙ һалыусы һәм уның беренсе баш мөхәррире, 1996-2006 йылдарҙа Башҡортостан журналистар Союзы рәйесе; 40-тан ашыу китап авторы. Яҙыусының әҫәрҙәре иллегә яҡын телгә тәржемә ителгән һәм Рәсәйҙең һәм сит илдәрҙең күп кенә баҫмаларында баҫылған. 

Марсель Шәйнур улы - Башҡорт ССР-ның атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Рәсәй журналистар Союзы (1996, 2015) һәм БР хөкүмәтенең Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияһы лауреаты (1998), Сергей Михалков (2010), Владимир Гиляровский (2016), Владимир Набоков (Рәсәй, 2018), Алеко исемендәге халыҡ-ара әҙәби премиялар лауреаты (Болгария, 1996), Николай Гоголь исемендәге (Украина, 2015), Эрнест Хемингуэй исемендәге (Канада, 2017) һәм Дж. Лондон (АҠШ, 2019), Евразия халыҡ-ара премияһының алтын лауреаты (2018), "Рәсәйҙең Алтын ҡауырһыны" премияһы лауреаты (2016), "Рустың Алтын ҡауырһыны" Милли әҙәби премияһы лауреаты (2016, 2018), "Әҙәби газетаның" "Алтын быҙау" премияһы лауреаты ("12 ултырғыс клубы") (2015).
Матбуғат, мәҙәниәт, халыҡтар араһында дуҫлыҡты һәм хеҙмәттәшлекте нығытыу өлкәһендәге ҡаҙаныштары өсөн Дуҫлыҡ ордены (1999), шулай уҡ "Мәғарифҡа индергән өлөшө өсөн" (2014) һәм В. В. Маяковский исемендәге (2015) йәмәғәт ордендары менән бүләкләнгән.
Мар. Сәлим - махсус китапхананың күптәнге дуҫы. Уның стеналарында билдәле сатириктың ижади һәм юбилей кисәләре, уның китаптарының презентациялары уңышлы үтә. Ул уҡыусылар менән таныш һәм уны беҙҙә бик тә яраталар. 
Башлана 15:00 сәғәттә

Поделиться

You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.