У. Шекспирҙың әҫәрҙәренең китап күргәҙмәһе.

2014 йылдың 1 апреленән  Башҡортостан республикаһының һуҡырҙар махсус китапханаһында инглиз шағиры һәм драматургы Уильям Шекспирҙың тыуыуына 450 йыл тулыуына арналған «Бөтә дәүер генийы» тигән темаға китап күргәҙмәһе асыла.
Китапханала Уильям Шекспирҙың әҫәрҙәре насар күреүселәр һәм һуҡыр кешеләр  өсөн төрлө форматта бар.
Уильям Шекспир 1564 йылдың 26 апрелендә Англияның Стратфорд ҡалаһында тыуған.
Шекспирҙың күпселек әҫәрҙәре 1589 -1613 йылдар дәүерендә яҙылған. Үҙенең ижады аҙағында бер нисә трагикомедия яҙған, тағы ла башҡа яҙыусылар менән хеҙмәттәшлек иткән.
Шекспирҙың әҙәби мираҫы ике бер тигеҙ булмаған өлөшкә бүленә: шиғыр менән яҙылған әҫәр(поэмалар һәм сонеттар) һәм драма әҫәрҙәр. Белинский В. Г. «Шекспирға тәүәккәлләп кешелек донъяһындағы шағирҙарҙан өҫтөнлөк бирһәк - бигерәк ҡыйыу һәм сәйер булыр ине»- тип яҙған.
 

Поделиться

You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.