В день рождения Салавата Юлаева

В день рождения Салавата Юлаева
Башҡорт халыҡ геройы, сәсән-шағир Салауат Юлаевтың тыуған көнөндә махсус китапханала әҙәби сәғәт үтте. 
Салауат Юлаев башҡорт халҡының хәтерендә мәңге йәшәйәсәк. Йәш булыуына ҡарамаҫтан, ул хәрбиҙәрҙе етәкләй һәм изге эш өсөн көрәшә. Ул тыуған еренә арнап шиғырҙар ҙа яҙа. 
Китапханасылар уҡыусыларға батырҙың бала сағы, уның үҫеше Емельян Пугачёв ихтилалында ҡатнашыуы тураһында һөйләнеләр. Салауат Юлаев тураһында рус һәм башҡорт телдәрендә шиғырҙар уҡылды, батырға арналған йырҙар йырланды. "Салауат Юлаев" кинофильмынан фрагмент күрһәтелде. Салауат Юлаев ролен йәш актер, СССР-ҙың халыҡ артисы Арслан Мөбәрәков башҡарҙы. Фильмда Крәҫтиәндәр һуғышының башы һәм Салауаттың Пугачёв яғына күсеүе сағылдырыла. 
Китапханасылар махсус китапхана фондында һаҡланған Салауат Юлаев тураһында китаптар менән таныштырҙы.

 

Поделиться

You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.