Яңылыҡтар

Дайджест новостей
22 март махсус китапханала “Ғорурланам һинең менән, Башҡортостан!” театрлаштырылған кисә үтте. Кисә “Балаганчик” театры артистары тарафынан үткәрелде. Рус һәм башҡорт телдәрендә М. Кәримдең, Р. Ғариповтың, Н.Нәжмиҙең, К. Кинйәбулатованың һ.б. шиғырҙары яңғыраны. Сәүиә Мораҡаева милли бейеүҙәр башҡарҙы.
14 март махсус китапхананың Бәләбәй филиалы ҡаланың башҡорт гимназия-интернат уҡыусылары менән интеллектуаль викторина әҙерләне. Сара барышында ҡатнашыусылар ҡурай легендаһы  менән танышты.
Бәләбәй филиалы китап уҡыусылары, 21 мартта билдәләнгән Бөтә донъя поэзия көнөнә арналған кисәгә саҡырылды. Байрамда Б. Пастернактың “Йәшендән һуң”, “Аҡ акация емештәре”, “Аҡ вальс” әҫәрҙәрен тыңланылар. Римма Морозова Лариса Рубальскаяның шиғырҙарын уҡыны. Махсус китапхананың Стәрлетамаҡ филиалында “Башҡортостан шиғриәтенең сәскәһе” тип аталған поэтик кисә уҙғарылды. Ул Башҡортостан республикаһының барлыҡҡа килеүенә 100 йыл тулыуға арналды. 
Китап уҡыусылар М. Аҡмулла, М. Ғафури, М. Кәрим, Ш. Бабич, Ғ.Ибраһимов һ.б. биографияһы менән танышты.

Поделиться

You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.