“Йәшә, китап!”

Живи, книга
30 ғинуарҙа, Республикабыҙҙа Әҙәбиәт йылын тантаналы асыу көнөндә, Башҡортостан республика махсуслаштырылған китапханаһында “Йәшә, китап!” акцияһы башлана.
Был акцияның төп маҡсаты– төрлө яҡлап камиллашҡан шәхес тәрбиәләү һәм заманыбыҙ йәмғиәтенең берлеген һаҡлап алып ҡалыу.
Акция түбәндәге принциптарға нигеҙләнеп уҙғарыла:
–ҡатнашыусыларҙың, шулай уҡ һаулыҡтары сикләнгәндәрҙең дә, социаль яҡтан бер тигеҙ булыуҙары;
– мәҙәни һәм рухи байлыҡтарҙы ҡулланыу хоҡуғын, мәҙәни тормошта ҡатнашыу мөмкинлеген тыуҙырыу;
– асыҡлыҡ һәм башҡа халыҡтарҙың мәҙәниәте менән үҙ-ара танышыу, үҙ мәҙәниәтебеҙҙе бөтәдонъя мәҙәниәтенең айырылғыһыҙ бер өлөшө тип ҡабул итеү; 
–ижади иреклек.
 Бер -береңә ҡарата ихтирамлылыҡ һәм түҙемлелек тәрбиәләү һәм инклюзив белем биреү маҡсатында акцияла дөйөм белем биреү һәм махсуслаштырылған (коррекцион) уҡыу йорттары уҡыусылары ла ҡатнашасаҡ.
Акция 2015 йылдың ғинуар-декабрь айҙары арауығында өлөшләп уҙғарыла.
Сираттағы өлөшөнөң һөҙөмтәһе булып акцияла ҡатнашыусылар тарафынан күҙҙәре насар күргән, йәки тома һуҡыр кескәй балалар өсөн тактиль (тотоп ҡарарға мөмкин булған) китаптар сығарыу.
30 ғинуарҙа,Әҙәбиәт йылын асыу тантанаһы эсендә уҙғарылған “Йәшә, китап!” акцияһында ҡатнашыусыларға китапхана буйлап экскурсия ойоштороласаҡ, уның барышында китапхананың төрлө эш тармаҡтары, фонды, Брайль системаһы менән китаптарҙы нәшерләү мәле менән танышасаҡтар. Экскурсияла ҡатнашыусылар Әҙәбиәт йылына бағышланған “Әҙәби Йыһан” тип исемләнгән туҡтауһыҙ дауам итәсәк китап күргәҙмәһен асыу тантанаһын да күрәсәктәр .
Акцияның һөҙөмтәһе булып китапханасылар һәм педагогтар менән берлектә күҙҙәре насар күргән, йәки тома һуҡыр кескәй балалар өсөн тактиль (тотоп ҡарарға мөмкин булған) китаптарҙы нәшерләү тора. 
 
You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.