Юрист кәңәштәре

Консультация юриста
3 август сәғәт 11:00 алып 15:00 тиклем һуҡырҙар өсөн Башҡортостан республика махсус китапханаһында граждандарҙы юрист кәңәштәре көтә.
Бушлай юридик ярҙамды аҙ милекле, I һәм II төркөм инвалидтары, Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары, Советтар Союзы Геройҙары, Рәсәй Федерацияһы Геройҙары, Социалистик Хеҙмәт Геройҙары, Рәсәй Федерацияһы Хеҙмәт Геройҙары, инвалид һәм етем балалар, закон буйынса эшкә яраҡһыҙ тип һаналған граждандар һәм уларҙың ҡараусылары, ауыр хәлдәге граждандар алырға хоҡуҡлы.
Буш юридик ярҙамға мөрәжәғәт итеүселәр түбәндәге документтарҙы күрһәтергә тейеш:
-​ шәхсилекте билдәләгән документтың күсермәһе;
-​ бушлай ярҙам алыу өсөн тап килгән категорияны билдәләгән документтың күсермәһе.
 
                                Справки по телефону 272-70-14

Поделиться

You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.