Новости

02.11.2021
Вести из филиалов
 Белорет ҡалаһының реабилитацион үҙәгендә балалар һәм үҫмерҙәр өсөн "Китап беҙгә ҡунаҡҡа килде" циклынан тәүге осрашыу-танышыу үтте. 
Үҙенсәлекле балалар һуҡырҙар өсөн китаптар тупланған уникаль учреждение менән танышты. Махсус китапхананың Белорет филиалы мөдире Зөлфиә Шәкирова "Бүләккә китап" серияһынан тактиль китаптар күрһәтте.  Был китаптарҙың биттәре йомшаҡ, туҡыманан эшләнгән, ә хәрефтәр һәм һандар ҡабарынҡы аппликация техникаһы менән башҡарылған. 
01.11.2021
Интервью с читателем.
1 ноябрь Мәкәрим Хөсәйен улы Төхвәтшин исемендәге һуҡырҙар өсөн Башҡортостан республика махсус китапханаһында китапханасылар "Одноклассники" социаль селтәрендә тура эфирҙа интервью үткәрҙе. Темаһы: "Китапхана йөҙҙәре: фантастика меридианы". Интервьюла беҙҙең даими ҡулланыусы  Олег Бугров ҡатнашты. 
01.11.2021
К 100-летию со дня рождения народного писателя Башкортостана Нажиба Асанбаева
Мәкәрим Хөсәйен улы Төхвәтшин исемендәге һуҡырҙар өсөн Башҡортостан республика махсус китапханаһы һеҙҙең иғтибарға "Күңелемдә - театр" виртуаль күргәҙмәһен тәҡдим итә. Күргәҙмә Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, драматург, С. Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, РСФСР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт эшмәкәре Нәжиб Асанбаевтың тыуыуына 100 йыл тулыуға арнала. 

Страницы

You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.