Новости

08.10.2021
Объявление

Хөрмәтле ҡулланыусылар! 11 октябрь
Республика көнө байрамы уңайынан, китапханала 9, 10, 11 октябрь ял көндәре. 12 октябрь - эш көнө.                                                      

 

05.10.2021
Книга Марты Любимовой «Готовить могут все» в фонде библиотеки.
"Үҙенсәлекле ҡараш" порталы коллегалары Мәкәрим Хөсәйен улы Төхвәтшин исемендәге һуҡырҙар өсөн Башҡортостан республика махсус китапханаһына Марта Любимованың "Бөтәһе лә бешерә ала" рецептар китабын бүләк итте. 
Был әсбапта күрмәгән балаларҙы һәм ололарҙы аҙыҡ әҙерләү буйынса уҡытыу рекомендациялары тәҡдим ителә. 
Китап тәү сиратта һуҡыр балаларҙың ата-әсәләре һәм тифлопедагогтар өсөн тәғәйенләнгән. 
Техник эшкәртеүҙәрҙән һуң, әсбап китапхана фондына һәм филиалдарға таратыласаҡ.

 

04.10.2021
Книжная выставка «Певец родного края».
Мәкәрим Хөсәйен улы Төхвәтшин исемендәге һуҡырҙар өсөн Башҡортостан республика махсус китапханаһы абонементы Сергей Тимофей улы Аксаковтың тыуыуына 230 йыл тулыуға арналған "Аксаковты үҙең менән ал" китап күргәҙмәһен тәҡдим итә. 
Рус яҙыусыһы, чиновник һәм йәмғиәт эшмәкәре, әҙәби һәм театраль тәнҡитсе, мемуарсы 1791 йылдың 1 октябрендә Өфө ҡалаһында тыуған. Бала сағы патриархаль ғаиләлә үтә. 

Страницы

You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.