Новости

04.09.2021
Фильм Семейное счастье.
"Ғаилә бәхете" альманахында ике Чехов новеллаһы. "Эшһеҙлектән" һәм "Тәҡдим" - Сергей Соловьевтың тәүге режиссер эштәренә әйләнә. Ул был фильмдарҙы диплом эше булараҡ төшөрә. 
Артабан:
02.09.2021
Фильм Назначение
Фильм Александр Володин пьесаһы буйынса төшөрөлгән. Төп герой - интеллигент, талантлы һәм баҫалҡы Алексей Лямин башлыҡ вазифаһына тәғәйенләнә. Ул һис кенә лә кешеләргә фарман бирергә, ҡарарҙар ҡабул итә белмәй. Ляминға үҙен һындырырға, ҡатылыҡ күрһәтергә, уға хас булмаған эштәр ҡылырға тура килә. Шулай ҙа уның тәғәйенләнешендә ыңғай яҡтар ҙа бар: ул үҙенең мөхәббәтен - сәркәтип ҡыҙ Анна Иван ҡыҙын осрата. 
Артабан  https://www.culture.ru/movies/3680/naznachenie
 
02.09.2021
Белем көнөнә ҡарата, Мәкәрим Хөсәйен улы Төхвәтшин исемендәге һуҡырҙар өсөн Башҡортостан республика махсус китапханаһының "Нур" ял итеү бүлегендә "Изгелеккә һәм белемгә китап аша" китап күргәҙмә-викторинаһы ойошторолдо. 
Күргәҙмәлә Рәсәй һәм сит ил авторҙарының популяр балалар китаптары тәҡдим ителде. Унда шиғырҙар ҙа, йомаҡтар ҙа, мәҡәл һәм әйтемдәр ҙә, хата өр-яңы энциклопедия ла бар. Был материалдар балаларҙың донъяға ҡарашын киңәйтеүҙә, предметтар буйынса башланғыс белем алыуҙа ярҙам итә. 

Страницы

You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.