Новости

21.03.2021
Книжная выставка «Неутомимый борец за дело прогресса»
Махсус китапхана абонементы ҡулланыусылары иғтибарына немец яҙыусыһы Генрих Манндың тыуыуына 150 тулыу айҡанлы китап күргәҙмәһен тәҡдим итә. 
Манн Генрих - немец гуманисы, прозаик һәм яҙыусы, эпик романдар оҫтаһы Томас Манндың ҡустыһы. Ул бай ғаиләлә 1871 йылда тыуған. Атаһы ғаилә бизнесын алып барған, шулай уҡ 1877 йылдан алып Любек ҡалаһының сенатында эшләй. 
1894 йылда уның тәүге әҫәре "Бер ғаиләлә" донъя күрә. Һуңынан бер-бер артлы романдары сыға башлай. 
17.03.2021
Поэтический час
6 март "Илһам" әҙәби клубы сиктәрендә махсус китапханала шиғри сәғәт үтте. 
Сарала ҡатнашыусылар төрлө шиғри жанрҙар менән танышты. Һәр жанр төрөнә рус һәм сит ил шағирҙарының әҫәрҙәре яңғыраны. 
Шулай уҡ Ғүмәр Хәям шиғырҙары ла уҡылды. 
Сара аҙағында әҙәби кисә ҡунаҡтары билдәле классиктарҙың тавтограммалары менән дә танышты.
16.03.2021
Республиканский научно-практический семинар
24 март махсус китапханала онлайн режимда ғилми-практик семинар үтәсәк. 
Семинарҙы Мәкәрим Хөсәйен улы Төхвәтшин исемендәге һуҡырҙар өсөн Башҡортостан республика махсус китапханаһы һәм Башҡортостан республикаһының мәҙәниәт министрлығы ойоштора. 
Семинарҙа китапханаларҙың коммуникация аша мөмкинлектәре сиклеләрҙе хеҙмәтләндереүе темалары ҡараласаҡ. 
Семинарҙа ҡатнашырға дөйөм хеҙмәтләндереү китапханалары белгестәре саҡырыла. Бөтә ҡатнашыусылар ҙа сертификат аласаҡ. 
Семинар 10.00 сәғәттә башлана.

Страницы

You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.