Новости

24.03.2021
Прошел Республиканский семинар
24 март Мәкәрим Хөсәйен улы Төхвәтшин исемендәге һуҡырҙар өсөн Башҡортостан республика махсус китапханаһында онлайн режимда Республика семинары үтте. 
Семинарҙы ойоштороусылар РБ-ның мәҙәниәт министрлығы һәм махсус китапхана. 
Тәүге сәләмләү һүҙен РБ мәҙәниәт министрлығы министры Әминә Шафиҡова алды. Ул үҙенең инвалидтар менән эшләүҙә белгестәрҙең оҫталығына өмөт итеүен белдерҙе. 
24.03.2021
Диалог на равных
Башҡортостан республикаһының Үҙәк һайлау комиссияһы Мәкәрим Хөсәйен улы Төхвәтшин исемендәге һуҡырҙар өсөн Башҡортостан республика махсус китапханаһы менән берлектә һайлау хоҡуғы һорауҙары буйынса онлайн лекторияны дауам итә. 
Сираттағы осрашыуҙа ҮҺК хоҡуҡ тәьмин итеү Аппараты етәксеһе Рәсих Шәмсутдинов сығыш яһаны. Лекторийға Өфө, Стәрлетамаҡ, Белорет, Бәләбәй, Учалы ҡалаларынан 18 йәштән оло һуҡыр һәм насар күреүсе граждандар ҡушылды.
Ентекләберәк https://cikrb.ru/ сайтында уҡый алаһығыҙ.
23.03.2021
Итоги общероссийской акции «Мое детство — война»
"Минең бала сағым - һуғыш" акцияһы тамамланды. Рәсәй Федерацияһы Йәмғиәт палатаһы комиссияһы ағзалары акция лидерҙарына рәхмәт хаттары йүнәлтте. Видеороликтар конкурсының 25 еңеүсеһе 19 февраль билдәле булғайны. 
Волонтерҙар үҙ проекттарын бала сағы Бөйөк Ватан һуғышы йылдарына тура килгәндәргә бағышланы.

Страницы

You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.