Новости

21.10.2014
М. Кәрим
Башҡортостан республикаһының һуҡырҙар өсөн махсус китапханаһы һеҙҙең иғтибарығыҙға «Усағыма рәхим итегеҙ…» исемле тауышлы китап күргәҙмәһен тәҡдим итә. Ул Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең тыуыуына 95 йыл булыуына арналған. Күргәҙмә дүрт бүлектән тора:
 
14.10.2014
Халыҡ-ара аҡ таяҡ көнөнә
2014 йылдың 15 октябрендә, Халыҡ-ара аҡ таяҡ көнөндә, Башҡортостан республикаһының Һуҡырҙар махсус китапханаһында йәмәғәтселек иғтибарын һуҡырҙар проблемаһына йәлеп итеү саралары башлана. 
Ай буйына барасаҡ саралар исемлеген Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең тыуыуына 95 йыллығына арналған кисә аса. Хәтер кисәһе Нефтекама балалар һәм үҫмерҙәр үҙәк китапханаһы уҡыусылары менән онлайн режимда әңгәмә форматында үтәсәк. 
02.10.2014
Ҡорбан байрамына ҡарата...
Ҡәҙерле уҡыусыларыбыҙ!
Етеп килгән Ҡорбан байрамы менән ҡотлап, һеҙгә һаулыҡ, бәрәкәт һәм уңыштар теләйбеҙ.
Байрам көндәрендә ҡыуаныстарың менән бүлешеү, туғандарың, дуҫтарың, таныштарың менән бүләк өләшеү ғәҙәте һәр халыҡ вәкиленә лә хас. Былтыр Башҡортостан Республикаһы Диниә назараты Һуҡырҙар өсөн Республика махсус китапханаһына Ислам тәғлимәте менән таныштырусы бер-нисә китап бүләк иткәйне.
 

Страницы

You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.