Новости

01.07.2014
Хөрмәтле уҡыусылар!
2014 йылдың 14 сентябренә республикала берҙәм һайлау көнөнә 20 һайлау кампанияһы планлаштырылған. Ошо уҡ көндә срогынан алда Башкортостан Республикаһының Президентын һайлау үтә.
Физик мөмкинлектәре сикләнгән кешеләрҙең республикабыҙҙың ғүмерендәге  политик йәмғиәткә ҡыҙыҡһыныуын күтәреү маҡсатында - Башҡортостан республикаһының һуҡырҙар өсөн махсус китапханаһы БР Үҙәк һайлау комиссияһы менән бергә Һайлау хоҡуғы һәм Һайлау процесы буйынса физик мөмкинлектәре сикләнгән кешеләргә интернет-викторина үткәрә.
 
25.06.2014
 Хөрмәтле уҡыусыларыбыҙ, ҡәҙерле дуҫтар! Социаль селтәрҙәрҙәге китапханабыҙ яңылыҡтары менән танышып барырға теләһәгеҙ, беҙҙең яңылыҡтарға яҙылығыҙ. Беҙҙең сайтта һәм социаль селтәрҙәрҙәге битебеҙҙә һеҙ - беҙгә килтерелгән һәм килтерергә планлаштырылған яңы китаптар исемлеге менән дә, төрлө саралар менән дә таныша алаһығыҙ.   
Беҙ одноклассники, Facebook, Вконтакте, Twitter, Livejournal селтәрҙәрендә барбыҙ.
 
 
 
16.06.2014
Башҡортостан республикаһының Һуҡырҙар өсөн махсус китапханаһы башҡорт халҡының милли геройы шағир-патриот Салауат Юлаевтың тыуыуына 260 йыл тулыуына бағышлап китаптарҙың тауышлы күргәҙмәһен ойошторҙо.
Салауат Юлаевтың ғүмере һәм эшмәкәрлеге ҡыйыулыҡтың һәм патриотизмдың кәүҙәләнеше булып тора, шулай уҡ быуаттар буйына килгән башҡорт һәм рус халҡының дуҫлыҡ символы.
 

Страницы

You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.