Девяностолетие библиотеки

Башҡорт теле Брайль шрифты менән

Башкирский язык шрифтом Брайля

 

М. Х. Төхвәтшин исемендәге һуҡырҙар өсөн Башҡортостан республика махсус китапханаһында тифлобаҫма бүлеге мөдире Нәзилә Дәүләтханова Башҡортостан республикаһы башлығы гранты ярҙамында «Башҡорт теле Брайль шрифты менән» проектын тормошҡа ашырыуҙы дауам итә. Грант Башҡортостан республикаһы мәҙәниәт һәм сәнғәт эшмәкәрҙәренә дәүләт ярҙамы булараҡ субсидия формаһында бирелде. 

Күреү һәләте насар булған кеше өсөн төрлө сикләүҙәр күп, һәм иң мөһимдәренең береһе - сикле мәғлүмәт һәм туған башҡорт телендә аралашыу етешмәү. Халыҡтың мәҙәни кимәле үҫеше туған телен белергә һәм аңларға, балаларын туған телдәргә өйрәтергә теләүҙә сағыла. Тап тел, ҙур йәки кесе халыҡтар булыуға ҡарамаҫтан, халыҡтың рухын сағылдыра.
Календарь планы буйынса тактиль башҡорт алфавитын, ҡабарынҡы-график һүрәтле дидактик материалдарҙы әҙерләү һәм Брайль буйынса уҡыу әсбаптарын тиражлау тамамланды. 2024-2025 йылдарҙа яңы уҡыу йылы башына «Башҡорт теле» уҡыу әсбаптарының ун биш данаһы Өфө ҡалаһының 28-се коррекцион дөйөм белем биреү мәктәп-интернатына тапшырыласаҡ. 
Туған телдә милли рухиәт нигеҙҙәре һалынған, ул үҙендә халыҡ йолаларын һәм бишек өҫтөндә әйткән тәүге ата-әсә һүҙҙәренең йылыһын йөрөтә. Тел аша үҙ һәм дөйөм кешелек фәненең һәм мәҙәниәтенең ишектәре асыла. Махсус мәктәп уҡыусылары туған телен аңлайышлы форматта үҙләштерә аласаҡ.
Тифлопедагог, Өфө ҡалаһының 28-се коррекцион дөйөм белем биреү мәктәп-интернатының башҡорт теле уҡытыусыһы Ғәлиә Вилданова билдәләүенсә: «Һуҡыр һәм насар күргән балалар өсөн башҡорт телен өйрәнеү буйынса ҡабарынҡы-нөктәле Брайль шрифты менән уҡыу әсбабы сығарыу, уның ярҙамында уҡыусыға кәрәкле күләмдә башҡорт теле тураһында мәғлүмәт еткереү, мәғлүмәт алыуҙа айырыуса ауырлыҡ кисергән төркөм балаларҙың социомәҙәни реабилитацияланыуына ҙур өлөш индерәсәк".

 

 

Поделиться

You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.