Девяностолетие библиотеки

"Башҡортостан дуҫтар күҙлегенән" фотокүргәҙмәһе 

Фотовыставка
Һуҡырҙар өсөн Башҡортостан республика махсус китапханаһында «Башҡортостан дуҫтар күҙлегенән» циклының сираттағы фотокүргәҙмәһе асылды. Күргәҙмәне Башҡортостан республикаһы мәҙәниәт Министрлығының Республика халыҡ ижады үҙәге тәҡдим итте.
Был проект республикабыҙҙа бер нисә йыл дауамында үтте һәм Башҡортостандың һәм уның территорияһында йәшәгән күп милләтле халыҡтың ысынбарлыҡҡа һәм көнкүрешкә ҡарашын сағылдырған фотомастерҙарҙың эштәрен берләштерҙе. 

Фотоһүрәттәрҙең авторҙары араһында Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән һәм сит илдәрҙән вәкилдәр бар. Улар араһында: Светлана Комкова (Башҡортостан), Хан Мо Ян (Көньяҡ Корея), Раиф Бадыков (Башҡортостан), Рензо Гранде (Перу), Рифхәт Яҡупов (Татарстан), Виталий Воронин (Силәбе), Илфир Исламгазин (Башҡортостан), Тамара Андреева (Башҡортостан) һәм башҡа бик күп авторҙар. Уларҙың Баймаҡ, Белорет, Бөрйән, Ейәнсура, Йылайыр һәм Күгәрсен райондарының тәбиғәт матурлыҡтарын, кешеләрен, халыҡ традицияларын фотоға төшөрөүҙәре ошо экспозицияла күрһәтелгән.
Күргәҙмә китапхананың эш графигы буйынса эшләй. Экспозиция 23 сентябргә тиклем эшләйәсәк.

Поделиться

You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.