Девяностолетие библиотеки

Брайль буйынса нота-музыкаль баҫмалар

Нотно-музыкальные издания по Брайлю
"Инеү коды" Баҡсаһы һуҡырҙар өсөн Башҡортостан республика махсус китапханаһы менән партнерлыҡта президент гранттары фонды ярҙамында проектты тормошҡа ашырыу буйынса әүҙем эш алып бара.
«Ҡабарынҡы-нөктәле Брайль шрифты менән башҡарылған башҡорт композиторҙарының нота-музыкаль баҫмалары» проекты үҙенсәлекле мәҙәни кодҡа эйә. Был музыкаль мираҫты һаҡлау, һуҡыр һәм насар күргән музыканттарҙы яраҡлаштырылған ноталар менән тәьмин итә.

Проект етәксеһе Нәзилә Дәүләтханова билдәләүенсә:
- Проект беҙҙең ҡулланыусыларға көнүҙәк, кәрәкле һәм мөһим! Проектты ойоштороу идеяһы Башҡортостан республикаһының музыка мәктәптәре һәм китапханалары һорауы буйынса барлыҡҡа килде. Әммә был проект төбәк-ара характер алды, сөнки "Инеү коды" АКҠО-һына Мари иле республикаһында һәм Омск ҡалаһында йәшәгән һуҡырҙар һәм насар күреүселәр башҡорт композиторҙарының ҡабарынҡы-нөктәле брайль шрифты менән нота баҫмаларын алыуға ғариза менән мөрәжәғәт итте.

Поделиться

You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.