Филиалдарҙан яңылыҡтар. Бәләбәй.
25 апрель махсус китапхананың Бәләбәй филиалы коррекцион мәктәп менән берлектә оҙатыусы эттәр көнө айҡанлы сара үткәрҙе. 1-се төркөм инвалиды Александр Старостин һәм уның дүрт аяҡлы дуҫы төп ҡунаҡҡа әйләнде.
3-сө синыф уҡыусылары оҙатыусы дүрт аяҡлы дуҫтар хаҡында күп мәғлүмәттәр тупланы. Бер-бер артлы һорауҙар яуҙырҙылар: эт ҡайҙа йоҡлай? Нимә ярата? Һикерә беләме? Яратҡан шөғөлө ниндәй? Эткә нисә йәш? һәм башҡалар. Сара викторина һәм күмәкләп фотоға төшөү менән тамамланды.