Ғәҙәти әйберҙәргә – яңы ҡараш

Мәкәрим Хөсәйен улы Төхвәтшин исемендәге һуҡырҙар өсөн Башҡортостан Республикаһы махсус китапханаһында 39-сы урта мәктәптең 4-се класс уҡыусылары өсөн экскурсия ойошторолдо.

 

Танышыу хеҙмәтләндереү бүлегенән башланды: балалар китап күргәҙмәләрен һәм фондты байҡаны. Хеҙмәткәрҙәр балаларға әҙәбиәт донъяһының күреү мөмкинлегенән мәхрүм ителгәндәр өсөн ғәҙәти баҫма биттәрҙән күпкә киңерәк булыуы тураһында һөйләне, баҫмаларҙың үҙенсәлекле форматтарын күрһәтте. Уҡыусылар Брайлдең рельефлы-нөктәле шрифты менән баҫылған, флеш-карталарҙа (LKF форматында) һәм CD-дискыларҙа махсус «һөйләүсе», насар күреүселәр өсөн эре яҙмалы, бармаҡтар менән «уҡырға» мөмкин булған ҡулдан эшләнгән тактиль китаптарға айырыуса ҡыҙыҡһыныу менән баҡты.

 

Ошо уҡ бүлектә балалар «Мин донъяны йөрәгем аша күрәм» инклюзив ижади клубында ҡатнашыусылар тарафынан эшләнгән әйберҙәр менән дә танышты. Брайль шрифты тарихы, шулай уҡ күренекле башҡорт композиторы Салауат Низаметдиновтың тормошо һәм ижады тураһында мәғлүмәт һәм экспонаттар һаҡланған мемориаль мөйөш балаларҙың айырым иғтибарын йәлеп итте.

 

Артабан маршрут фондтарҙы тулыландырыу һәм үҫтереү бүлеге аша үтте. Уҡыусылар махсус Брайль баҫыу машиналарының эшен үҙ күҙҙәре менән күрҙе, текстың ҡалын ҡағыҙҙа рельефлы нөктәләргә нисек әүерелеүен белде.

 

Китапхана коридорҙары буйлап барғанда, дүртенсе класс уҡыусылары төптән уйланылған уңайлы мөхиткә иғтибар итте: юл тауышлы күрһәткестәр һәм Брайль шрифты менән яҙылған махсус йүнәлеш таҡтаташтары менән оҙатыла.

 

Инвалид һәм һуҡыр-һаңғырау балаларҙың ижади лабораторияһында кескәйҙәр йыһазландырылған уйын зонаһын ҡараны, ысын тауыш яҙҙырыу студияһына инеп, уҡыусылар әҙәби әҫәрҙәрҙең аудиотаҫмаға нисек итеп яҙҙырылыуын белде.

 

Ял бүлегендә хеҙмәткәрҙәр балалар өсөн ғәҙәти булмаған сенсор уйындары уҙғарҙы: уларға, күҙҙәрен йомоп, еҫ тойоу һәләтенә генә таянып, төрлө еҫтәрҙе танырға тәҡдим иттеләр. Уйындарҙан һуң инклюзив киносеанс үтте — уҡыусылар «Башҡортостан» киностудияһы етештергән «Тылсымлы тарих» йәнһүрәтен ҡараны. Йәнһүрәт тифлокомментарийҙар (кадр артындағы видеоны ҡыҫҡаса һүрәтләү) менән оҙатыла ине, был балаларға күреү мөмкинлектәренән мәхрүм булғандарға киноны нисек ҡабул итеүен аңларға мөмкинлек бирҙе.

 

Балалар осрашыу һуңында һорауҙар бирҙе, тәьҫораттары менән уртаҡлашты һәм һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләрҙең ни тиклем көслө һәм талантлы булыуына инанды.

Поделиться

You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.