Китапханала волонтерҙар 

Волонтеры в библиотеке
Һуҡырҙар өсөн Башҡортостан  республика махсус китапханаһына "Табип волонтерҙар" Бөтә Рәсәй йәмәғәт хәрәкәте волонтерҙары ҙур ярҙам күрһәтә. Башҡорт дәүләт медицина университетында уҡыған волонтерҙар Ирина Миронова һәм Гөлсибәр Ҡансурина @gkanchurina махсус китапхананың тауыш яҙҙырыу студияһында һуҡыр ҡулланыусылар өсөн «Бельские просторы» тыуған яҡты өйрәнеү журналынан нәфис әҫәрҙәр тауышландырҙы.

Китапхананың һуҡыр ҡулланыусылары тифлофлешплеерҙар ярҙамында журналдың яңы һандарын ҡарай һәм мәғлүмәт менән яраҡлаштырылған тауыш форматында таныша ала. 
Бөгөн йәмғиәтебеҙҙә ирекле ярҙам идеяһы көсәйә бара. Ирекмән (волонтер) - ирекле һайлау, инициатива, ирекмәнлек идеалдарына ышаныу нигеҙендә шәхси мәнфәғәтенән сығып, йәмғиәт мәнфәғәтенә йүнәлтелгән эште башҡарған кеше. Уға ҙур ярҙам күрһәткән кешеләрҙең рәхмәте ҙур бүләк.
Волонтерлыҡ бөтә донъяла популяр. Йылдан-йыл ул күберәк кешеләрҙе берләштерә.
Күрһәткән ярҙамдары өсөн рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ!

 

Поделиться

You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.