Күңел һәм ҡулдарға дауа
«Мин донъяны йөрәгем аша күрәм» инклюзив ижад клубында ҡағыҙҙан үреү буйынса оҫталыҡ дәресе үтте.
Осрашыуҙа күреү мөмкинлегенән мәхрүм булған һәм насар күргән клуб ағзалары ҡағыҙ таҫмаларҙан үҙ ҡулдары менән кәрзиндәр үрҙе. Сара йылы һәм дуҫтарса мөхиттә үтте, һәр кем үҙ эшен ентекләп һәм мауығып башҡарҙы.
Ҡағыҙ таҫмаларҙан үреү ябай ғына ҡул эше түгел, ә ысын мәғәнәһендә дауа ул. Был медитатив процесс төрлө яҡлап уңай йоғонто яһай: ваҡ моториканы үҫтерә, тормош мәшәҡәттәренән йыйылған көсөргәнешлектән арынырға һәм фекер тупларға ярҙам итә. Үҙ ҡулдарың менән матурлыҡ тыуҙырыуҙан кисергән шатлыҡ та оҙаҡҡа етәсәк. Ентекле хеҙмәт һөҙөмтәһендә өҫтәлде нәфис үрелгән кәрзиндәр биҙәй барҙы, уларҙы һәр береһе үҙе менән алып ҡайтты.
Яңылыҡтарҙы күҙәтеп барығыҙ — алда бик күп ҡыҙыҡлы осрашыуҙар көтә, ижад донъяһы һәр кем өсөн асыҡ!















