Күңелдәрҙе йылытҡан байрам!
М.Х. Төхвәтшин исемендәге Башҡортостан республика махсус һуҡырҙар китапханаһында Халыҡ-ара ололар көнө уңайынан йылы мәҙәни сара уҙҙы.
Алтын көҙ — бергә йыйылыу, яратҡан көйҙәрҙе тыңлау, күңелле уйындарҙа ҡатнашыу, дуҫтар менән йөрәге йылыһы бүлешеү өсөн иң ҡулайлы мәл. «Йөрәк менән һәр саҡ йәшбеҙ» байрамы нәҡ ошондай мөхиткә сорналды.
Барыһы ла белгән һәм яратҡан йырҙарҙан торған концерт программаһы уҡыусыларыбыҙҙың күңеленә хуш килде. Бала саҡтан таныш көйҙәр айырыуса тәьҫирле яңғыраны — ҡайһы бер ҡунаҡтар хатта үҙҙәре лә ҡушылып йырланы.
Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы Марсель Ҡотоевтың сығышы байрамға айырыуса мәртәбә өҫтәне.
Байрам сиктәрендә китапханабыҙҙың абруйлы йәштәге яҡын дуҫтары өсөн уйындар ҙа ойошторолдо. Ҡатнашыусылар иҫке йырҙарҙың юлдарын иҫкә төшөрҙө, һөйләмдәр буйынса фильмдарҙың исемдәрен әйтте
Байрам сәйе янында ҡунаҡтар йәшлек йылдарын иҫкә алды, йылы, нурлы әңгәмә ҡорҙо.
Йәшлек ул йәшкә түгел, ә күңел торошона бәйле! Килгән ҡунаҡтарыбыҙға йөрәк йылыһы менән бүлешкәндәре өсөн ҙур рәхмәт!















