Мөғжизәләр илендә
М.Х. Төхвәтшин исемендәге Башҡортостан республика махсус һуҡырҙар китапханаһында яҡты һәм шатлыҡлы сара — «Мөғжизәләр иле» тигән яңы аудиокитаптың исем туйы үтте. Йыйынтыҡтың авторы — билдәле яҙыусы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Фәрзәнә Ғөбәйҙуллина. Был әҙәби байрамдың тап яҙыусының тыуған көнөндә уҙыуы айырыуса ҡыуаныслы булды!
Яҙыусыны ошо иҫтәлекле ваҡиға һәм шәхси байрамы менән директор урынбаҫары Ирина Николаевна Кучербаева ҡотланы. Үҙенең сығышында ул ҡыҙыҡлы фактты билдәләп үтте: Фәрзәнә Ғөбәйҙуллинайың хеҙмәт юлы Башҡортостан республика һуҡырҙар өсөн махсус китапханаһы менән тығыҙ бәйле, элек ул бында эшләп киткән. Бынан тыш, яҙыусы күп йылдар уҡытыусы булып хеҙмәт юлын һүткән. Тап ошо педагогик тәжрибәһе уны балалар донъяһы, хыялдары һәм кисерештәре менән тығыҙ бәйләй ҙә инде. Ошо йылы хистәр уның ижадында ла сағыу сағылыш таба.
Осрашыуҙа Фатима Мостафина исемендәге 20-се башҡорт гимназияһының башланғыс класс уҡыусылары һәм китапхананың яҡын дуҫтары ҡатнашты. Сарала дуҫтарса мөхит хөкөм һөрҙө: Фәрзәнә Ғөбәйҙуллина балалар менән аралашты һәм үҙенең шиғырҙарын бер юлы ике телдә — башҡортса һәм русса илһамланып уҡыны.
Кескәй ҡунаҡтар «Мөғжизәләр иле» йыйынтығындағы тылсымлы әкиәттәрҙе тын да алмай, ҙур ҡыҙыҡһыныу менән тыңланы. Был баҫманың аудиоформатта донъя күрмәгән һәм насар күреүсе балалар өсөн иҫ киткес бүләк булып тора, уларға гүзәл әҙәбиәт донъяһына ишек аса.















