Девяностолетие библиотеки

"Өфө библиоэңерҙәре 2024" тамам

Уфимские библиосумерки 2024 завершились


Сара бер-нисә майҙансыҡтарҙа уҙҙы: баш махсус китапханала, Белорет, Бәләбәй, Стәрлетамаҡ ҡалаларындағы филиалдарҙа. Китапханасылар төрлө халыҡтарҙың ғаилә йолалары тураһында һөйләне. 
Тантаналы асыуҙан һуң, ҡунаҡтар китапхана фойеһындағы экспозиция менән таныша алды. М. В. Нестеров исемендәге башҡорт дәүләт художество музейы "Екатерина Нестерова" тактиль картинаһын һәм ҡала мөхите, музей бинаһы макеттарын тәҡдим итте. Бында уҡ республика Хәрби дан музейының башҡорт яҙыусыһы Мостай Кәримдең экспозицияһы ҡуйылды. 


"Китап менән һуҡыр осрашыу" библиоуйыны һәр ҡатнашыусының белем һәләтен асты. Бәйләнгән күҙ менән улар предметтар һәм тактиль һүрәттәр менән танышты. 
"Иң ижади уҡыусы ғаилә" китапхана фотоконкурсына һөҙөмтәләр яһау һәм иң яҡшы фото-эштәрҙән торған күргәҙмә онотолмаҫ ваҡиға булды. Жюри еңеүселәрҙе приздар һәм бүләктәр менән билдәләне. Был конкурста еңеүселәр: Шәйхуллин Руслан һәм Асадуллин Альберт. 
Һаҡсы ҡурсаҡтар яһау буйынса оҫталыҡ дәресе ҡатнашыусыларҙы үҙ ҡулдары менән туҡыма киҫәктәренән Рәсәй халҡы йолаларында һаҡсы ҡурсаҡ яһарға өйрәтте. Икенсе майҙанда балалар ҡағыҙҙан торналар яһаны. 
Психология студияһында ҡатнашыусылар әҙәби геройҙарың шәхси үҙенсәлектәре тураһында дискуссия алып барҙы. 
Теләүселәр тәбиғи материалдарҙан - тубырсыҡтарҙан, кипкән япраҡтарҙан, сыбыҡтарҙан һәм сәскәләрҙән - панно яһаны. 
"Хуш еҫле уҡыу" күргәҙмәһе ҡунаҡтарҙа көслө ҡыҙыҡһыныу уятты. Улар хуш еҫ аша күптәнге таныш китаптарҙы асты. 
Балалар майҙанында иң кескәй ҡунаҡтарыбыҙ тактиль китаптар, дидактик материалдар, тактиль макеттар, ҡулдан яһалған халыҡ ҡурсаҡтары менән танышты. Бында уҡ "Тылсымлы лампа" китап театры Башҡортостанда йәшәгән халыҡтар тураһында спектакль күрһәтте. Балалар өсөн шаян викторина ойошторолдо. 
Тауыш яҙҙырыу акция ҡунаҡтары рус һәм башҡорт телдәрендә әкиәт тауышландырып ҡаранылар. 
Концерт программаһында махсус китапхананың дуҫтары, "Атайсал" Мәҙәниәт үҙәге артистары сығыш яһаны.

 

Поделиться

You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.