Оҙайлы һаҡлыҡ программаһы (ОҺП) 2024 йылдың ғинуарынан үҙ эшен башлай 

Программа долгосрочных сбережений
ОҺП - граждандарға киләсәктә өҫтәмә килем алырға йәки теләһә ниндәй маҡсатҡа «хәүефһеҙлек мендәрен» булдырырға мөмкинлек биргән һаҡлыҡ продукты.
Программала ҡатнашыу ирекле.
Оҙайлы һаҡлыҡ программаһынан бәлиғ булғандан алып теләһә ниндәй йәштәге граждандар файҙалана ала. Бынан тыш, оҙайлы ваҡытҡа аҡса туплау килешеүен балаға йәки башҡа кешегә, уның йәше ниндәй булыуына ҡарамаҫтан, төҙөргә мөмкин. 

Аҡсаны һаҡлауҙы һәм килемлелекте тәьмин итеүсе һәм был аҡсаны түләүҙе тормошҡа ашырыусы программа операторҙары булып дәүләткә ҡарамаған пенсия фондтары тора.
Аҡсаны кеше шәхси аҡсаһынан иғәнәләр иҫәбенә, шулай уҡ элек булдырылған пенсия тупланмалары иҫәбенә үҙе булдыра ала. Пенсия иҫәбенән аҡсаны оҙайлы ваҡытҡа һаҡлыҡ килешеүе буйынса иҫәпкә дәүләткә ҡарамаған пенсия фондына ғариза биреү аша йүнәлтергә мөмкин. Программаға тоташҡан НПФ исемлеген дәүләт ҡарамағындағы булмаған пенсия фондтары Ассоциацияһы сайтында табырға мөмкин (http://www.napf.ru/PDS). 
Программа буйынса түләнгән иғәнәләрҙең күләменә һәм йышлығына ниндәй ҙә булһа талаптар ҡуймай. Беренсе һәм артабанғы иғәнәләрҙең күләмен гражданин үҙе билдәләй.
Бынан тыш, эш биреүсе лә оҙайлы ваҡытҡа һаҡлыҡ программаһы сиктәрендә иғәнәләр яһай аласаҡ. Иҫәпкә индерелгән средстволар 2,8 миллион һумға страховкаланасаҡ.
Яңы механизм программала ҡатнашыусылар өсөн төрлө дәртләндереү сараларын, шул иҫәптән дәүләт яғынан йылына 36 мең һумға тиклем өҫтәмә финанслауҙы күҙ уңында тота. Бынан тыш, системала ҡатнашыусылар йылына 400 мең һумға тиклем иғәнә түләгәндә йыл һайын 52 мең һумға тиклем һалым ташламаһын рәсмиләштерә ала.
Формалаштырылған аҡса ОФЗ-ға, инфраструктура облигацияларына, корпоратив облигацияларға һәм башҡа ышаныслы ҡиммәтле ҡағыҙҙарға һалына. 
Шул уҡ ваҡытта граждандар бер нисә оператор менән килешеү төҙөй ала.
Һаҡлауҙар программала 15 йыл ҡатнашҡандан һуң йәки ҡатын-ҡыҙҙар өсөн 55 йәшкә һәм ир-егеттәр өсөн 60 йәшкә еткәс, өҫтәмә килем булараҡ ҡулланыла ала. Аҡсаны теләһә ҡайһы ваҡытта алырға мөмкин, әммә ваҡытынан алда, килем юғалтмайынса, ҡиммәтле дауалау йәки балаларҙы уҡытыу өсөн айырым тормош хәлдәренә эләккән осраҡта аҡса сығарырға мөмкин.
Программа буйынса граждандарҙың аҡсаһы түләнгән аҡсанан тыш тулы күләмдә мираҫ итеп алына (программала ҡатнашыусыға ғүмерлеккә ваҡытлыса түләү билдәләнгән осраҡта ғына).
Программа шарттары менән тулыраҡ Минең финанстарым сайтында танышырға мөмкин: https://xn--80apaohbc3aw9e.xn--p1ai/programma-dolgosrochnyh-sberezhenijnew

Поделиться

You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.