Республика конкурсы еңеүселәрен бүләкләү

Награждение победителей Республиканского конкурса
15 ноябрҙә мөмкинлектәре сикләнгән балалар араһында «Мин йәнә Пушкинды уҡыйым» Республика конкурсы еңеүселәрен бүләкләү тантанаһы уҙасаҡ. Конкурс А. С. Пушкиндың тыуыуына 225 йыл тулыуға арналды.
Конкурс 2024 йылдың 1 июненән 2024 йылдың 15 ноябренә тиклем өс номинация буйынса уҙғарылды:
1. "Пушкинға эйәреп": конкурсанттар А.С. Пушкиндың яратҡан әҫәрҙәре тураһында инша, эссе, хикәйә (шиғырҙа йәки прозала) бирә. 
2. "Яңы быуатта ла Пушкин беҙҙең менән": конкурсанттар мультимедиа продукттары: буктрейлерҙар (Александр Пушкиндың китабы (китаптары) тураһында ирекле художестволы формала һөйләгән ҙур булмаған видеороликтар, Конкурс темаһы буйынса төрлө форматтағы презентациялар бирә.
3. "Әкиәттең аҡыллы дәрестәре": конкурсанттар Александр Сергей улы Пушкиндың яратҡан балалар китабы менән Конкурс темаһына тактиль ҡул эштәре китабы бирә.
Компетентлы жюри составына республиканың депутат корпусы ағзалары, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары: Башҡортостан республикаһы яҙыусылар Союзы төбәк йәмәғәт ойошмаһы идараһы рәйесе Айгиз Баймөхәмәтов һәм «Аҡбуҙат» башҡорт балалар журналының баш мөхәррире, шағирә Лариса Абдуллина инде.
Конкурсҡа 91 ғариза бирелде һәм республиканың 36 ҡала һәм районынан 100 бала ҡатнашты. 
Конкурс инвалид балаларҙы һәм уларҙың ғаилә ағзаларын уҡыусыларҙың әүҙемлегенә йәлеп итеү, шулай уҡ инвалид балаларҙа уҡыуға тотороҡло ихтыяж булдырыу өсөн үткәрелә.
Конкурс ҡатнашыусылар алдында торған бурыстарҙы хәл итеүгә йүнәлтелгән, мәҫәлән, инвалид балаларҙың әҙәби һәм художестволы ижадын реабилитациялау һәм социаль яраҡлашыу сараһы булараҡ үҫтереүҙе дәртләндереү. Был тәбиғи рәүештә инвалид балаларҙың рухи, әхлаҡи һәм эстетик тәрбиәһенә булышлыҡ итә һәм, үҙ сиратында, инвалид балаларҙың проблемаларына йәмәғәтселек иғтибарын йәлеп итә.
Конкурсты ойоштороусылар - Башҡортостан республикаһы мәҙәниәт министрлығы, муниципаль китапханалар, ижади берләшмәләр һәм инвалид балалар һәм уларҙың ғаиләләре менән эшләүсе йәмәғәт ойошмалары ярҙамында Мәкәрим Хөсәйен улы Төхвәтшин исемендәге һуҡырҙар өсөн Башҡортостан республика махсус китапханаһы.
Еңеүселәрҙе һәм лауреаттарҙы бүләкләү тантанаһы Өфө, Зәки Вәлиди, 1 адресы буйынса үтәсәк.
Башлана 11:00 сәғәттә.

Поделиться

You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.