"Тыныс Дон" кинофильмы 

"Тыныс Дон" картинаһы - 1928-1940 йылдарҙа сыҡҡан һәм классик Михаил Шолоховтың иң популяр әҫәренә әйләнгән, күп наградалар, шул иҫәптә Нобелев премияһын да яулаған романдың экранизацияһы. 
Романды зәңгәр экранға сығарыу идеяһы режиссер Сергей Герасимовта 1939 йылда уҡ тыуа. Тик уға Сталин менән Шолохов араһындағы аңлашылмаусанлыҡ килеп сығыу сәбәбе ҡамасаулай. Һәм бары тик 1955 йылда, Сталин үлеменән һуң, Герасимов яңынан аҙым яһай. Ул сценарийға тотона һәм худсоветҡа күрһәтерҙән алда, Шолоховтың үҙенә барып рецензия һәм яуап ала. Яҙыусыға оҡшай, уның артынан худсовет та ҡул ҡуя - һәм Герасимов кино төшөрөүгә тотона. 
Ҡарау:  https://www.culture.ru/movies/706/tikhii-don

Поделиться

You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.