«Урал батыр» эпосы көнөнә
8 июнь Башҡортостан Республикаһында йыл һайын «Урал батыр» эпосы көнө - башҡорт халҡының мәҙәни мираҫын һаҡлауға һәм популярлаштырыуға арналған байрам билдәләнә.
Сара барышында эпостан өҙөктәр башҡорт һәм рус телдәрендә уҡылды. Текст ғәҙәти һәм брайль форматында тәҡдим ителде.
Осрашыу барышында китапхана фондынан махсус баҫма күрһәтелде. Уҡыусыларға ике том һәм күләмле иллюстрациялар менән альбом ингән комплект тәҡдим ителде. Унда "Урал батыр" тексы тулыһынса башҡорт телендә Брайль шрифты менән яҙылған.

Макарим Хусаинович Тухватшин












