Әҙәби яңылыҡтарҙы тәмләп ҡарау
Махсус китапханала «Әҙәби яңылыҡтарҙы тәмләп ҡарау», «Бельские просторы» әҙәби журналына күҙәтеү үткәрелде. Башҡортостанда ай һайын рус телендә нәшер ителгән журнал дөйөм Рәсәй әҙәби процесында әүҙем ҡатнаша.
Рәсәйҙә сыҡҡан башҡа "ҡалын" әҙәби журналдарҙан айырмалы рәүештә, "Бельские просторы"-ның совет осоро тарихы юҡ. Журнал 1998 йылдан нәшер ителә. Журналға Башҡортостан республикаһы яҙыусылары инициативаһы буйынса нигеҙ һалына.
Рәсәйҙә сыҡҡан башҡа "ҡалын" әҙәби журналдарҙан айырмалы рәүештә, "Бельские просторы"-ның совет осоро тарихы юҡ. Журнал 1998 йылдан нәшер ителә. Журналға Башҡортостан республикаһы яҙыусылары инициативаһы буйынса нигеҙ һалына.
Журнал булдырыуҙың төп маҡсаттарының береһе булып туған телдәрҙә яҙыусы күп милләтле Башҡортостан Республикаһы әҙәбиәтселәренең рус теленә тәржемә ителгән әҫәрҙәрен баҫтырыу, шулай уҡ Башҡортостанда йәшәгән рус һәм рус телле шағирҙарҙың, яҙыусыларҙың һәм журналистарҙың әҫәрҙәрен баҫтырыу тора. 1998 йылдың декабрендә сыҡҡан беренсе һанында был хаҡта Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәрим былай тип яҙа: «Күп милләтле Башҡортостанда рус телле журналдың кәрәклеген аңларға кәрәк. Бигерәк тә хәҙер, беҙ Мәскәүҙең «ҡалын» журналдары һәм нәшриәттәре иғтибарын юғалтҡан ваҡытта. Беҙҙең башҡорт әҙәбиәте Рәсәйҙең дөйөм милли әҙәбиәтендә һиҙелерлек утрау булды һәм булып ҡала. Беҙҙә бер кем дә биләмәгән үҙ урыныбыҙ бар. Шулай итеп, журналдың кимәле юғары булырға тейеш, ул Бөтә Рәсәй Федерацияһы масштабында һәм унан ситтә лә котировкаланырға тейеш... Был ҙур яуаплылыҡ өҫтәй. Минеңсә, «Бельские просторы» журналы республикабыҙҙың башҡорт, рус һәм татар яҙыусылары ижад иткән иң яҡшы әҫәрҙәрҙе баҫтырырға тейеш».
Һуңғы һандарға күҙәтеүҙә башҡорт һәм бөтә Рәсәй авторҙарының прозаһы, шиғырҙары, публицистикаһы яңғыраны.