Яңы 2026 йыл менән!

Яңы 2026 йыл менән!
Хөрмәтле уҡыусыларыбыҙ һәм коллегаларыбыҙ!
Яңы йыл алдынан һеҙгә һәм яҡындарығыҙға ныҡлы һаулыҡ, ихлас шатлыҡ, изгелек һәм үҙ-ара аңлашып йәшәүегеҙҙе теләйбеҙ. Был тылсымлы байрам һеҙҙең йөрәктәрегеҙҙе өмөт яҡтылығы, яҡшылыҡҡа ышаныу һәм шатлыҡлы үҙгәрештәр көтөп тултырһын! Барығыҙҙы ла яҡынлашып килгән 2026 йыл менән ҡотлайбыҙ!
Ул сағыу идеялар, әһәмиәтле ваҡиғалар һәм илһамландырыусы башланғыстар йылы булһын. Яңы йыл төнөндә һеҙҙең хыялдарығыҙ мотлаҡ тормошҡа ашһын, ә яңы йылдың һәр көнө мөхәббәт һәм уңыш менән тулы булһын! Иң яҡшы теләктәр менән Мәкәрим Хөсәйен улы Төхвәтшин исемендәге һуҡырҙар өсөн Башҡортостан республика махсус китапханаһы коллективы

Поделиться

Орфографическая ошибка в тексте:
Чтобы сообщить об ошибке автору, нажмите кнопку "Отправить сообщение об ошибке". Вы также можете отправить свой комментарий.