Башҡорт теле көнө махсус китапханала

День башкирского языка в специальной библиотеке
14 декабрь махсус китапханала башҡорт теле һәм М. Аҡмулланың тыуған көнөнә арналған сара үтте.
"Башҡортостан" лайфстайл үҙәгендә китапханабыҙҙың ҡабарынҡы график һүрәтле әсбаптар һәм аудиойыйынтыҡтарҙан торған күргәҙмә ойошторолдо.
Махсус китапхананың үҙендә "Әсәм теле - миңә сәсән теле" әҙәби программаһы үтте. Сараға килеүселәр М. Аҡмулла биографияһын иҫкә төшөрҙөләр, рус һәм башҡорт телдәрендә шиғырҙарын уҡынылар, Заһир Исмәғилевтең "Аҡмулла" операһынан ариялар тыңланылар.
Шулай уҡ, ошо көндө филиалдарҙа ла саралар үтте. Белорет филиалы хеҙмәткәрҙәре ҡунаҡтарға мәғлүмәти экскурсия ойошторҙо. Башҡорт теле тураһында әңгәмә алып барылды. Аҡмулла шиғырҙарын уҡынылар.
Бәләбәй филиалында дөйөм белем биреү коррекцион мәктәбе уҡыусылары өсөн сара үткәрелде. Балалар Башҡортостан һәм башҡорт халҡы тураһында видеоролик ҡаранылар. Башҡорт халыҡ әкиәттәре менән таныштылар. Аҙаҡ һүрәт төшөрҙөләр.
Стәрлетамаҡ филиалында ҡулланыусылар "Туған телем - минең байлығым" китаптар экспозицияһы менән таныштылар. Фоторепортаж социаль селтәрҙәрҙә һәм https://youtu.be/r-zS3puGGRo
 

Поделиться

You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.